Көн күрмәҫ көндөҙ йоҡлар, кис торор.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • һорау-яуап
  • Заяға үткән ғүмерҙе ҡайтарып булмай кире...
  • Өс һөйләм менән
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • “Һуғыш беҙҙе, ҡолаҡтарҙан тартып, ваҡытынан алда өлгөрттө...” Еңеүгә 65 йыл
    ...Оло юл төҙөлә. Яҡын тирәлә бер йөк машинаһы ла күренмәй, ир-егеттәр ҙә төҙөмәй был юлды. Ҡаҡса ғына үҫмерҙәр, ыбыр-сыбыр бала-сағаның, ҡултыҡ таяғына таянған Байгилде атлы ир уҙаманының елкәһенә төшкән юлға таш түшәү ыҙаһы. Өлкәнерәктәр носилка, бер тәгәрмәсле ҡул арбаһы менән ҡоралланған, иң бәләкәс ҡыҙҙар – алъяпҡыстарына, малайҙар биҙрәгә таш тейәп ташыған була. Ҡояшҡа ҡарайып бөткән, аслы-туҡлы балалар көнө буйы эшләргә мәжбүр, сөнки «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!». Ә Еңеүгә ҡәҙәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ көндәр-төндәр... Ғәзиз атайҙар, һөйөклө ағайҙар дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте-өйрөлмәге эсенә инеп-юғалып тора, әсәйҙәр игенселектә, малсылыҡта бил бөгә, апайҙар күрендә йәшлектәре менән хушлаша...
    – Еткән ҡыҙҙарға бигерәк ауырға тура килде, күрендә күргәндәрен һөйләй башлаһалар – илай торғайныҡ, – Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында йәшәгән Мәғәтифә Йәнсәйетова бала сағына әйләнеп ҡайтҡанда үҙен, 12 – 13 йәшлек ҡыҙ баланы, түгел, өлкән ҡыҙҙарҙы йәлләне. – Һал ағыҙғанда кем имгәнеп, кем батып әрәм булды... Шул саҡта күренгә йөрөгәндәрҙән хәҙер бер Хәмдиә апай ғына иҫән ҡалды шикелле, ул Ҡобағошҡа кейәүгә сыҡҡайны.
    Мәғәтифә әбей күрендә яфалан­ғандарҙы һөйләй, ә минең күҙ алдында тик улар – юл төҙөүселәр. Үҙҙәре лә интеккән бит: ай ярым ас килеш юл төҙөп ҡара! Районыбыҙҙың Ҡобағош, Ҡаҙаҡҡол, Баттал, Оҙонгүл, Аһылай ауылдарынан йыйылған, быуындары ҡатып өлгөрмәгән йәш эшселәргә туйғансы ашарлыҡ ит, һөт-май кәрәк ине лә һуң, әммә ашарҙарына хатта икмәк тә юҡ, көнөнә ни бары бер тапҡыр арыштан өйрә бешерәләр. Шунда уҡ ҡырҙа ятып йоҡлайҙар. Көндөҙ ҡайнар ҡояш яндырһа ла, төндәре һалҡын ҡырыҫ Уралдың... Иген утау, бесән сабыу ҙа улар иңенә төшкән: илле сутыйға йөҙ грамм он бирәләр, ә гел асығып йөрөгән үҫмерҙәрҙең уға хәле етмәй, көнөнә утыҙ-ҡырҡты сапһалар ҙа шөкөр. Үҙәкте өҙгән аслыҡ тойғоһо, әсе күҙ йәштәре, ярылған устар, табандар... Тәүлек әйләнәһенә тиерлек ер һөргәндә, тәгәрмәсле трактор алдынан ауа-түнә фонарь тотоп йөрөгәндәр ҙә – ошо балалар. Атайҙар-ағайҙар булһа, бындай хәлдә йөрөмәҫ инек, тип кескәй йоҙроҡтары менән асыр­ғаланып күҙ йәшен һелтәгән дә, ирендәрен ҡанатҡансы тешләгән дә – улар.
    – Минең тыуған ауылым Батталдан ҡырҡлап ир-егетте, һепертке менән һепереп тигәндәй, һуғышҡа алып киткәйнеләр, тик бер Мөжәүир ағай ғына кире әйләнеп ҡайтты, башҡалар­ҙың башҡынаһы ятып ҡалды сит ерҙәрҙә, – Мәғәтифә Ямаш ҡыҙы ауыр уфтанып, ашъяулыҡтың ситен рәтләй. – Ғилметдин ағайымды ла һуғыш бигерәк йәшләй йотто... Атайым был афәтте күрмәне, ул үлгәндә мин ни бары бер йәшлек сабый инем, ә ағайымдың туғыҙы тулғайны.
    Һуғыш мәлендә лә әсәйем кәзә, һыйыр көттө, аҡтан өҙмәне. Ул саҡта бит икешәр-өсәр ғаилә тупланып, өйҙәш йәшәнек. Йортто йылытыр өсөн бәләкәй сана менән ауылдың тирә-яғындағы урмандарға утынға йөрөнөк, уныһы үҙе бер михнәт ине. Беҙ күргәнде яҡшы эт тә күрмәй ул, ҡыҙым. Оноторлоҡ түгел.
    Белореттың мәрйәләре тегеп һатҡан брезент аяҡ кейеменә риза булып, ямалған күлдәк, иҫке-моҫҡо әйбер кейеп үҫкән Мәғәтифә әбей бөгөнгө көнгә бик тә риза, балалар­ҙың, йәштәрҙең матур, зауыҡ менән кейенеүенә, аҙыҡтың муллығына ихлас күңелдән һөйөнә. Ауылдаш­тарының күркәм йорттар күтәреүенә, етеш йәшәргә ынтылыуына ҡыуана. Тик бөгөнгө көндән хәтирәләр ебе уны тағы ҡырҡынсы йылдарға алып ҡайта:
    – Таштың мүген, әберсә һабағын сәй итеп ҡайнатып эскәнде нисек онотаһың?! Өлкән Боғаҙаҡ, Уй яғына башаҡҡа йөрөгәндә, баҫыуға ут төртәбеҙ ҙә, ҡурмас ашап, эскә йылы төшөрәбеҙ, туйғансы әпәкәй ашарға ине, тип ҡайтҡанда юл буйына хыялланабыҙ. Аслыҡтың ни икәнен беләбеҙ, шуға ла балаларға, икмәк валсығын төшөрмәй ашағыҙ, тип кенә торам. Булғандың ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәргә кәрәк. Хоҙай һуғышты башҡа күрһәтмәһен.
    Бөтә ил кисергән ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән йырып үткән Мәғәтифә Ямаш ҡыҙы егерме йәшендә Рәхмәт ауылына килен булып төшә – япон һуғышында ҡатнашҡан яугир Рәхмәтулла Йәнсәйетовҡа кейәүгә сыға. Ире менән илле өс йыл татыу ғүмер итеп, бала бағыу бәхетен татыған әсә эске ғорурлыҡ менән ҡыҙҙары Мәрйәм, Таңһылыу, Рәғиҙә, улдары Исрафил, Исмәғил хаҡында бәйән итә. Күҙ алдында йөҙө яҡтыра, һырҙары кәмей: һәр әсәгә үҙ балаһы түрҙәге түрә кеүек... Исмәғил улы, Фәрзәнә килене менән ике тиҫтә йыл бергә донъя көткән Мәғәтифә әбей, өйҙәгеләрҙең эштән, уҡыуҙан ҡайтыуына бер табаҡ картуф, бер сәйнүк сәй әҙерләп торам, тамаҡтарын ялғап алһалар ҙа. минән бер файҙа, тип йылмая. Бер-береһен ҡәҙерләп, ихтирам иткән килен менән ҡәйнәгә һоҡланып ҡарап ултырыу минең өсөн дә кинәнес. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында «Иң татыу килен-ҡәйнә» исеменә лә юҡҡа лайыҡ булмағандыр Исмәғил ағайҙың ҡәҙерлеләре. Сабырлыҡ, изгелек, эш һөйөүсәнлек икеһенә лә берҙәй хас һыҙаттар: килен ҡәйнә тупрағынан яралған.
    Әңгәмәсемдең асыҡ йөҙөндә, һағышлы ҡарашында, ҡытыршы ҡулдарында йылдар эҙен күрәм, юғалтыуҙарын, әрнеүҙәрен, шатлыҡтарын тойомлайым. Бәхеттең хаҡы тураһында уйлайым. Оҙон хеҙмәт юлында һыйыр ҙа һауған, һарыҡсылыҡта ла эшләгән, бер ваҡытта ла ауыр эштән ҡурҡмаған Мәғәтифә Йәнсәйетова ябай ауыл ҡатыны ғына түгел. Ул һынауҙарҙа сыныҡҡан ҡорос быуын вәкиле – Бөйөк Еңеү билдәһе. Шуға ла Еңеүҙең мең йөҙө араһында мин уның да һынын сырамытам...
    Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
    авторы: Нур | 13 июля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бала саҡтың әсе хәтирәһе
  • Беҙҙең матурҙарыбыҙ, беҙҙең ...
  • Мәңге һүнмәҫ ялҡының
  • Күңел йылыһы барыһына ла етерлек
  • «Тыныслыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru