Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Йәштәр көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Атай-әсәй рухы беҙҙә Еңеүгә 65 йыл
    Борон-борондан берәй ят кеше менән осрашҡанда: «Ҡайһы ырыуҙанһың, ниндәй һыуҙы эсәһең, атың-затың кем?» – тип һорашҡандар. Был бик һәйбәт тәрбиә ысулы булып торған. Кешегә шәжәрәһен иҫкә төшөрөргә, сығышын онотмаҫҡа ярҙам иткән.
    Атайым Ғиниәтулла Фазлетдин улы 1906 йылда Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында ултырған Ярат ауылында урта хәлле Фазлетдин суфый ғаиләһендә тыуған. Атайымдың Сәләхетдин, Ғәлиәхмәт исемле ағалары, Йомабикә апаһы, Ғәләүетдин менән Нуретдин исемле ҡустылары һәм Һәҙиә һеңлеһе булған. Әсәләре Мәстүрә лә уҡымышлы кешенең ҡыҙы булған. Ярат ҡарт – беҙҙең ата-бабабыҙ. Тирегә яҙылған ырыу шәжәрәһен Баймаҡ районында эшләгән сағында яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшина ни өсөндөр һорап алып киткән.
    Әсәйебеҙ Хәбибә – 1912 йылғы. Сығышы менән Туҡсоран яғынан күсеп килгән сауҙагәр Әбделғәзе Ҡотлоғужин менән Йомаш ауылынан старшина Һибәт Сәйғәфәров ҡарттың Зөләйха исемле ҡыҙынан тыуған бала. Атайым әсәйемде ун өс йәшендә яусылатып, кәләш итеп алған. «Атайығыҙ ҡустылары менән ярышып-ярышып ҡурай уйнай торғайны, һунарға йөрөрҙәр, көрәшеп көс һынашырҙар ине, яҙғыһын Һаҡмар йылғаһында һал ағыҙып, ҡыуғын ҡыуырҙар ине», – тип һөйләр ине әсәйем.
    Илдә колхоз-совхоздар ойошторола башлағас, атайым менән әсәйем иң беренселәрҙән булып, бөтә булған малдарын, аты-дуғаһына тиклем биреп, колхозға инә.
    Колхоз ойошторолғандан бирле атайым тимерсе булып эшләй. Һуғыш ғәрәсәте был ғаиләне лә урап үтмәй. Ағаһы Ғәлимйән колхоздың күк айғыры менән Башҡорт атлылар дивизияһына эләгә һәм Дон далаларында батырҙарса һәләк була. Ҡатыны Мәликә, бәләкәй Ильяс һәм Маһира менән етем ҡалып, уларҙы ыҙалыҡ менән үҫтерә.
    Ә атайым, ауылда берҙән-бер тимерсе булараҡ, һуғыштан ҡалдырыла килә. Шулай ҙа ул Түбә ауылында үткәрелгән хәрби уйындарҙа даими ҡатнаша. Тирә-яҡҡа һунарсы һәм оҫта ҡурайсы тигән исеме тарал­ған Ғиниәтулла алдына сығырлыҡ кеше булмай.
    1942 йылдың март айында атайыма ла сират етә. Ул айырым һайлап алынған удар артиллерия бригадаһына эләгә. Был бригада Сталинградта армия генералы Ватутин етәкселегендә дошманға ҡаршы ҡаһармандарса алыша.
    Атайым Беренсе Украина фронты ғәскәрҙәре сафында Рәсәйҙең бик күп ҡалаһын, Украина, Польша ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыш туҡтаған арала ул, ҡурайын ҡулына алып, иптәштәренең рухын күтәргән.
    Был хәл «Висла-Одер» операцияһын үткәргән мәлдә була: артиллерия бригадаһы ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға туҡтай. Атайым ҡурайын ала ла «Урал»ды һыҙҙырып ебәрә. Һалдаттар, тын ҡалып, моңға сорнала. Шул ваҡыт ҡайҙандыр һыбай бер полковник килеп сыға һәм, ҡурайсыға пистолетын тоҫҡап: «Унда кешеләр ҡан ҡоя, ә һеҙ күңел асаһығыҙ», – тип ҡысҡыра.
    Армия генералы Ватутин хәл иткес һуғышта һәләк булғас, 1-се Украина фронты ғәскәрҙәрен маршал Конев етәкләй. Ошо ғәскәр сафында хеҙмәт иткән атайым Украинаны азат итеү һуғышында ауыр яраланған ауылдашы Мостафа Азаматовты арҡаһына йөкмәп, санчасҡа алып барып тапшыра. Үлемдән ҡурсалап ҡалған ауылдашы һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
    Атайым һуғышта, ҡайҙа, ниндәй генә шарттарҙа йөрөһә лә, яу ҡоралы менән бергә моң ҡоралын да ташламай. Германияның Дрезден ҡалаһында үҙе эшләгән еҙ ҡурайында «Урал», «Буранбай», «Сибай», «Хәтирә», «Суҡ муйыл» һәм башҡа көйҙәрҙе уйнай. Уның ҡурай моңона төрлө милләт кешеләре ғашиҡ була. Моғайын, ул күптәрҙә тыныс тормош­ҡа, Еңеүгә ышаныс уятҡандыр.
    Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул бик күп миҙал менән бүләкләнә.
    Атайым һуғышҡа киткәндә әсәйем йәш кенә көйө береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән ҡәйнәһе ҡулында тороп ҡала. Ул ең һыҙғанып баҫыуҙа эшләй. Балаларҙы ҡарау апайым Миңлеямал иңенә төшә. Уның үҙенә лә ул ваҡытта ни бары һигеҙ-туғыҙ йәш булған. Әлеге көндә ул, ҡырҡ йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләп, хаҡлы ялда.
    Хөкүмәт әсәйебеҙҙе хеҙмәт фронтында дошманды еңеүгә ҙур өлөш индергәне һәм туғыҙ бала табып, уларҙы үҫтергәне өсөн «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы һәм «Әсәлек даны» ордены менән бүләкләне.
    Атайыбыҙ һуғыштан ҡайтҡас, әсәйебеҙ тик балалар тәрбиәләү һәм хужалыҡ менән булышты. Ире һу­нарҙан алып ҡайтҡан ҡор-һуйыр, ҡуян итенән беҙгә тәмле бәлештәр бешерҙе, мейес тултырып икмәк һалды, өҫ-башыбыҙҙы таҙа тотто.
    Атайыбыҙ ғаиләһенән һуғышҡа киткән ир-аттарҙан бер үҙе генә иҫән-һау ҡалған. Ир кешенең эсендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тигәндәр. Бәлки, нәҫелен арттырырға теләгәндер – ул икенсе тапҡыр өйләнә. Бик ауыр заманда ике ғаиләне лә тигеҙ ҡараған. Тимерлегендә лә эшләгән, һунарына ла йөрөп, йәнлек тиреләрен хөкүмәткә тапшырып, балаларын үҫтергән. Өлкән ҡатынынан – алты малай, өс ҡыҙ, кесе ҡатынынан алты малай, бер ҡыҙ үҫтек.
    Ата-әсәйебеҙ беҙҙе милли рухта тәрбиәләне: халыҡтың тарихын, ауыҙ-тел ижадын уларҙан ишетеп үҫтек. Кистәрен әсәй төрлө әкиәттәр, эпостар һөйләһә, атай, ҡулына ҡурайын алып, моңло башҡорт көйҙәрен уйнай торғайны. Буш ваҡытта малайҙарын тышҡа алып сығып, мылтыҡтан атып, сәпкә тейҙереп ярыштырыр, һунар серҙәренә өйрәтер ине. Шуға күрә ағайҙар, атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, һунарға ла, ҡурайға ла маһир, шулай уҡ тимерсе һөнәрен дә үҙләштерҙе.
    Ата-әсәйебеҙ һикһән йәшкә тиклем йәшәне. Хәҙерге көндә улар арабыҙҙа булмаһа ла, изге рухтары беҙҙе тормошта дөрөҫ йәшәргә, ҡыйынлыҡтарға баш эймәҫкә, алға, яҡтыға әйҙәп тора.

    Гөлшат ДӘҮЛӘТБАЕВА.
    Әбйәлил районы,
    Таштимер ауылы.
    авторы: admin | 13 сентября 2012 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Шайморатов хаҡлы баһаға лайыҡ
  • Fүмеребеҙ буйы бурыслыбыҙ
  • Атай рухы
  • Нескә күңелле атайым
  • Йортобоҙ терәге
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru