Белмәгән эшкә ҡатышма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Бала саҡ – сағыу мәл
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Еңеү юбилейы лайыҡлы үтергә тейеш Еңеүгә 65 йыл
    Ошо көндәрҙә 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитетының ултырышы уҙҙы.
    Ҙур сараға ярты йылдан саҡ ҡына ашыуыраҡ ваҡыт ҡалды, башҡараһы эштәр ҙә етерлек әле. Ултырышта ҡатнашыусы БР Президенты был байрамдың, бер яҡтан, дәүләт әһәмиәтенә эйә булыуын, икенсенән кешеләребеҙ өсөн бик яҡынлығын билдәләп, уны үткәреүгә яуаплы ҡарарға, Бөйөк Еңеүгә лайыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәклеген билдәләне.
    Башҡортостан иң күп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәүсе һигеҙ төбәк иҫәбенә инә, әле беҙҙә 81 446 ветеран бар. Уларҙың 5 445-е – яугирҙар, 52 меңгә яҡыны – тыл хеҙмәткәре һәм 24 меңләбе – һуғышта ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары. Шулай уҡ 193 кеше «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған.
    Тағы ла һандарға туҡталғанда, 90 йәштән өлкәнерәк ветерандар – 1 581 кеше, 10 кеше 100 йәштән уҙған. Өфөлә йәшәүсе иң өлкән һуғыш ветераны – Алексей Колмыковҡа 103 йәш тулды.
    Республикала, ғөмүмән, һуғыш ветерандарына ғына түгел, хеҙмәт ветерандарына ла (уларҙың һаны 300 мең самаһы) социаль ярҙам күрһәтеү өсөн йыл һайын яҡынса дүрт миллиард һум аҡса йүнәлтелә, был сумманың ике миллиард һумы – республика ҡаҙнаһынан.
    – Ветерандарҙың оло йәштә булыуын иҫәпкә алып, хәҙер иң мөһиме – уларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Ҡайһы берәүҙәрҙең туғандары юҡ, яңғыҙ фронтовиктар ҙа бар, уларға көндәлек тәрбиә кәрәк. Үкенескә күрә, ҡайһы саҡта өлкән кешеләр медицина учреждениеларында кәрәкле иғтибар һәм ярҙам ала алмай. Һаулыҡ торошо йәшкә бәрәбәр насарая, тип һылтанып, ветерандарҙы дауаханаға һалыуҙан баш тартыу осраҡтары ла булғыланы. Бының өсөн яза бирергә кәрәк. Һәр ветеран ысын хәстәрлекте тойорға тейеш, – тип баҫым яһаны Рөстәм Хәмитов.
    Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, һуңғы ике йылда 2275 ветеран торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Шуға ҡарамаҫтан, федераль бюджет иҫәбенә торлаҡ менән тәьмин ителгән 1647 кеше әле лә емерек һәм йәшәү өсөн яраҡһыҙ йортта көн итә. Баш­ҡарылған эш һөҙөмтәһендә 976 ветеран яңы фатирға күсерелә. 1 ноябргә ҡарата торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта 1786 кеше тора, уларҙың һаны ай һайын арта бара. 2015 йылда бүленәсәк сумма ни бары 1304 кешене генә торлаҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.
    Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәтенә өҫтәмә финанслау бүлеү үтенесе менән мөрәжәғәт әҙерләргә ҡушты.

    Әйткәндәй

    Һуғышта еңеүгә тыл эшсәндәре лә ҙур өлөш индерҙе. Юбилей йылында тап уларға арналған һәйкәл асылыуы көтөлә. Ул Өфөнөң Еңеү паркына ҡуйыласаҡ.
    Иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ конкурс иғлан ителгән, тик ни бары алты ғына эш килгән. Һүлпәнлектең сәбәбе ниҙәлер, аңлашылмай.
    Республика буйынса ҡуйылған һәйкәл, монумент, стелаларҙы ла тәртипкә килтерәһе бар. Күп урында Мәңгелек уттарҙың янмауы ла аптырашҡа һала. Бындай күренештәр юҡ түгел.
    Тағы шуныһы: ветерандарҙа, байрам уңайынан ғына беҙгә иғтибар итәләр, тигән уй тыумаһын ине. Улар һәр саҡ иғтибар уртаһында булырға лайыҡлы.
    авторы: admin | 21 ноября 2014 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ишембай ҡалаһы
  • Байрамға – матур бүләк
  • Ветерандарға – юбилей миҙалдары
  • Байрамға әҙерлек ҡыҙыу бара
  • ҺӘР ВЕТЕРАНҒА – ТОРЛАҠ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru