|
 |
|
2009 йылдың майында республикала Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Еңеү салюты» конкурсы иғлан ителгәйне. Яңыраҡ был конкурстың гала-концерты уҙҙы. Тамашала 2-се этаптың еңеүселәре тип табылған төрлө райондар, ҡала округтарының ижади коллективтары, башҡарыусылар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашты. Байрам Салауат Юлаев майҙанында марш-парад менән башланып китте. Артабан Конгресс-холда дауам иткән «Тереләр, беҙҙең хаҡта йырлағыҙ!» («Живые, пойте о нас!») исемле театрлаштырылған программа тарих дәресе кеүек төҙөлгәйне. Тамашасылар өсөн фронтҡа оҙатыу, һуғыш, Еңеү көнө күренештәре тасуирланды. Сара бигерәк тә йәштәр өсөн фәһемле булды. Илебеҙҙәге тыныс тормош миллионлаған ҡорбандар аша яулап алынған, имен киләсәк өсөн бик тә ҡиммәт хаҡ түләнгән. |
|
|
|
Өфөнөң «Родина» кинотеатрында тылда ҡалғандар тураһындағы фильмдың премьераһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл тулыуға арналған саралар тотош илгә байрам кәйефе бирә. Башҡортостанда ла байрамдың яҡынлашыуы көндән-көн нығыраҡ һиҙелә, ошо айҡанлы төрлө концерттар, «түңәрәк өҫтәл»дәр, башҡа мөһим саралар ойошторола. Бөйөк Еңеүгә 65 йыл тулыуға арнап, баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында «Һуғыш беҙҙе балаға һанаманы» документаль фильмының премьераһы булды. Тыл һәм һуғыш ветерандары, мәктәп уҡыусылары, журналистар фильмдың тәүге тамашасылары булыу бәхетенә иреште. Шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев та премьераны ҡарарға килде.
|
|
|
|
Бөйөк Ватан һуғышы көндәлегенән 1945 йыл 21 апрель – Мәскәүҙә СССР һәм Польша араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, һуғыштан һуңғы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. – Италияла Германия фронты тарҡала. |
|
|
|
|
|