Бөгөнгө эшенде иртәгәгә ҡалдырма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Йондоҙнамә
  • Ҡарбуз күп!
  • Еләк һатығыҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ветерандар рәхмәт әйтә Еңеүгә 65 йыл

    Башҡортостан Республикаһы Президенты исеменә республика ветерандар советы, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан баш ҡалаға тантанаға саҡырылған 270 һуғыш һәм хеҙмәт ветераны исеменән республика ветерандар советы рәйесе Марат Муллағәлләмовтан рәхмәт хаты килде. «Оло байрам һәм Еңеү парадын ойошторғанығыҙ, Ватанды һаҡлаусыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, оло быуынды социаль яҡлау буйынса башҡарған эштәрегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Байрам көнөндә күргәндәр беҙҙе таң ҡалдырҙы. Ветерандарға хөрмәт артты, бөгөнгө быуын Бөйөк Еңеүҙең әһәмиәтен нығыраҡ аңланы.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәрби дан музейына – 10 йыл Еңеүгә 65 йыл

    Республика Президенты республика Хәрби дан музейы коллективын Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы, Халыҡ-ара музейҙар көнө һәм республика Хәрби дан музейы эшмәкәрлегенең 10 йыллығы менән ҡотланы.
    Унда: «Музей 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының фронттағы һәм тылдағы ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт һәм хөрмәт йөҙөнән булдырылды. Уның хеҙмәткәрҙәре иңенә республиканың героик хәрби үткәнен һаҡлау һәм пропагандалау, граждандарҙы ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләү буйынса яуаплы бурыс йөкмәтелде.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңгелек бер көнгә торошло саҡта Еңеүгә 65 йыл

    Мәңгелек бер көнгә торошло саҡтаПарк гөрләй. Шарҙар, сәскәләр, еңеү ленталары, ихлас йөҙҙәр, түштәре орден-миҙалдар менән ҡапланған мылтыҡ урынына таяҡ тотҡан бабайҙар һәм, быныһы бигерәк мөһим, уларҙы ипле генә итеп етәкләгән йә ҡултыҡлаған ул-ҡыҙҙар, ейән-ейәнсәрҙәр... Прези­дент килергә әле сәғәткә яҡын ваҡыт бар. Ул Мәңгелек ут янына сәскәләр һалып, батырҙар рухы алдында баш эйәсәк, хөрмәт күрһәтәсәк.
    Матур йөҙлө бабайҙар була. Ундайҙарҙы, йөҙҙәре нурҙай балҡый, тиҙәр. Парктың ауыҙын үтеү менән шундай нурлы, түбәтәйле ветеран күҙемә салынды. Нисектер нурлы кешегә күңел үҙе ылыға бит.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡты иҫтәлеге ҡалды Еңеүгә 65 йыл

    Яҡты иҫтәлеге ҡалды1929 йыл. Бесән мәлендә Арғы Таһир ауылы урамындағы иң ситке мунса янып китә. Бөтә халыҡ бесәнде ятып эшләй, ауылда бала-саға ла ҡарт-ҡоро ғына. Ҡарышҡандай, ел ауыл яғына иҫә. Янғын эргәләге өйҙәргә күсә. Урамдың һырт яғы, зат-ырыуы менән теҙелешеп ултырған хәлле генә Хоҙайғоловтарҙың йорт-ҡураһы яна. Ҡарағас өйҙәрҙең ҡыйыҡ-түбәләре гөрһөлдәп ауа, ҡапҡалар ҡурҡыныс тауыш сығарып яна. Янғын өйҙәренә килеп еткәнсе, ике ҡыҙ – 18 йәшлек Ғәшүрә менән 14 йәшлек Сәмиға Хоҙайғоловалар, йүгерешеп, өй эсендәге бар йыһазды Һаҡмар буйына ташый. Бөтә нәмәне сығарып өлгөрәләр, тик китаптар һалынған бер ҙур ағас һандыҡты сығара алмайҙар. Уттың ял-ҡойроғо юҡ – тиҙ арала һырттағы ун бер өйҙө ялмай.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар Еңеүгә 65 йыл

    атайым Зиннур Илһам улы Шәйәхмәтов 1942 йылдың 18 авгусында һуғышҡа алына. 1941 йылда ойошторолған 874-се полк 282-се дивизия составында яу юлдарын үтә.
    Ленинград янындағы алыштарҙа, Балтик буйын, Польшаны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша.
    Һуғышты Германияның Вальденбург ҡалаһында тамамлай. 1942 йылда Сталинград һуғышында башы яралана. Йүнәлеп сыҡҡас, тағы Сталинград дәһшәтенә инә. Һуғыш менән разведка алып барған ваҡытта һул аяғына снайпер пуляһы эләгә, ҡабырғаһынан да яралана. Һарытау өлкәһенең Энгельс ҡалаһы госпиталендә 1943 йылдың майына тиклем дауалана. Ул ваҡытта инде олатайым рота старшинаһы була. Һауығып сыҡҡас, айырым снайперсылар ротаһында взвод командиры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙгә лә еңел булманы Еңеүгә 65 йыл

    Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Һуғыштан ҡайтҡандарға бәхет йондоҙо асыла. Уларға машина өҫтөнә машина, өй өҫтөнә өй бирелә. Беҙҙең кеүек «һуғыш ҡалдыҡтары»на бер ни юҡ.
    Атай-ағайҙарыбыҙ тыуған ер өсөн, беҙ рәхәт йәшәһен өсөн һуғышып, баштарын һалды. Ғүмеребеҙҙә бер мәртәбә лә «атай», «ағай» тип әйтә алмайынса, 70-те лә тултырмайынса үлеп китәбеҙ. Шул ғәҙелме?
    Атайыбыҙҙың һуңғы хатын беҙ һаман да һаҡлайбыҙ. «Һуғышҡа инәбеҙ, теләктәр теләгеҙ», – тигән ул.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йылайыр районы Еңеүгә 65 йыл

    Йылайыр районы һуғышҡа 7585 уланын оҙатҡан, шуларҙың 3908-е яу ҡырында ятып ҡалған. Райондан һигеҙ Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Бөгөнгө Еңеү байрамын 29 һуғыш, 711 тыл ветераны ҡаршылай. Район хакимиәте ҡарары менән уларҙың барыһы ла медицина диспансеры күҙәтеүен үткән, кәрәк тип табылғандар даими рәүештә республика санаторийҙарына, ял йорттарына путевкалар ала, йә булмаһа район дауаханаһында һаулығын нығыта. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу кәрәк тип табылған 21 ветеранға торлаҡ сертификаты тапшырылған, тағы ике тыл ветераны өҫтәлмә исемлеге буйынса үҙҙәренең сертификаттарын көтөп ҡала.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған! Еңеүгә 65 йыл

    Хәйбуллалар, йылдағыса, Бөйөк Еңеүгә арналған тантананы иң тәүгеләрҙән булып, 7 майҙа уҙғарҙы. Иртәләү­ҙәре­нең сәбәптәре ябай аңлатыла – 9 май көнө һәр ауыл биләмәһендә үҙенең һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләйәсәктәр, бөгөн иһә район үҙәгендә, Аҡъярҙа, дөйөм саралар көнө.
    Муса Гәрәев урамы, райондың хәрби комиссариаты алды. Малай-шалайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең ир ҡорона инеү, йәғни хәрби хеҙмәткә оҙатылыу өсөн теҙелә торған майҙансығы. Бөгөн бында ниндәйҙер шомло, шул әйтеп бөтөлмәгәнлеге менән мөһабәт тантаналыҡ хөкөм һөрә: тынлы оркестр, хәрби камуфляж кейемдәр кейеп сафҡа теҙелгән үҫмерҙәр, уйға батып, хистәренә күмелеп ултырған ҡарт яугирҙар, уларҙың арттарында теҙелеп баҫып тороусы аҡ халатлы шәфҡәт туташтары...

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru