Күптең эше күңелле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Шәжәрәңде бел!
  • Тормош күренештәре
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Сибай ҡалаһында Еңеүгә 65 йыл

    Сибай ҡалаһында байрам тантанаһы ике көн – 8 һәм 9 майҙа – дауам итте. Тәүге көндә Сибайҙың үҙәк майҙанында тантаналы митинг уҙып, ҡала биләмәһендә урынлашҡан Советтар Союзы Геройы Федор Белов, Александр Матросов һәйкәлдәренә, һуғыштан ҡайтмаған яугирҙар иҫтәлегенә ар­налған обелискыға, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Шулай уҡ был көндә ҡаланың Тыуған яҡты өйрәнеү музейында яңы диарама тантаналы асылды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған был экспозиция «Башмедь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең финанс ярҙамы менән ойошторолған. Алдараҡ Сибай педколледжында Башҡорт кавалерия дивизияһының эскадрон командиры Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡоловҡа арнап иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылғайны.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡеүәтле тыл, батырлы ер – Башҡортостан! Еңеүгә 65 йыл

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов баш ҡаланың Конгресс-холында тантаналы сараға йыйылған һуғыш һәм тыл ветерандарын тәбрикләп:
    –Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең ил тарихында иң ҡурҡыныс ҡына түгел, батырлыҡ осоро ла булды. Был ҡанлы һуғыштың йылъяҙмаһы Тыуған илен һаҡлаған миллионлаған кешенең илһөйәрлегенең, батырлығының бөйөк өлгөләрен туплаған, – тине.
    Шулай уҡ республика башлығы байрам алды кисәһендә Башҡортостан һалдаттарының да һуғыштың тәүге көнөнән алып аҙағына тиклем Тыуған илебеҙҙе дошмандан таҙартҡанын, беҙҙең хәрбиҙәрҙең Берлинғаса барып етеп, Рейхстагҡа Ҡыҙыл Байраҡты ҡаҙап ҡуйғанда ла, алғы сафта булғанлығын билдәләне. Ысынлап та, Башҡортостан һалдаттарының батырлығы тиңһеҙ – Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә 280 батырыбыҙ лайыҡ булған, 37 егетебеҙ – Дан орденының тулы кавалеры! Дөйөм алғанда, республиканың 200 меңдән ашыу һалдат һәм офицер ордендар һәм миҙалдар менән наградланған.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Учалы ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Велоуҙыш, автоуҙыш, Бөйөк Еңеүгә арналған еңел атлетика буйынса эстафета – көн һайын ҡала һәм районда әллә нисәмә сара үткәрелде. Ҡунаҡбай ауылында Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновтың музейы асылыу тантанаһы ошо исемлектә айырым урын биләй. Александр Матросов исеме менән Бөйөк Ватан һуғышы тарихына инеп киткән, журналист Рәүеф Насировтың тырышлығы менән тыуған яғына үҙ исем-шәрифендә ҡайтҡан батырҙың музейы асылған мәлдә ауылдаштары, Рәсәй тарафынан да уның башҡорт икәне танылһын ине, тип теләне: «Уның батырлығы тураһында гәзиттә яҙып, фотоһүрәтен ҡуйғас та, был ниндәй Матросов булһын, был Юныс ҡарттың улы, үҙебеҙҙең Шакирйән дә һуң, тип барыһы ла шаҡ ҡатҡайны. Тотош ауыл халҡы алдаша алмай».

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишембай ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Районда 263 һуғыш ветераны һәм инвалиды, 928 ветеран ҡатыны, 802 хәрби хәрәкәт ветераны, 2232 тыл хеҙмәткәре йәшәй. Уларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йорттарын һәм шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереү, медицина ярҙамы күрһәтеү – һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.
    Ишембай районы хакимиәте тарафынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әүҙем хәл ителә. Мәҫәлән, 2009 йылда 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ өсөн сиратҡа торған 6 ветеранға һәм 8 ветеран ҡатынына торлаҡ бирелгән. 35 ветеранға йорттарын төҙөкләндереү өсөн матди ярҙам күрһәтелгән.
    Ветерандарға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ла ҙур эш башҡарыла.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәләүез ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Районда әлеге көндә 239 һуғыш ветераны һәм 684 тыл хеҙмәткәре йәшәй. Район хакимиәте ветерандарға һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Ошо маҡсатҡа быйыл муниципаль бюджеттан 1 млн һум аҡса бүленгән. Әлеге көндә 72 ветеранға торлаҡтарын төҙөкләндереү буйынса ярҙам күрһәтелгән. Президент Указына ярашлы, һуғыш ветерандарына торлаҡ һатып алыу өсөн 12 сертификат тапшы­рылған.
    Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында ветерандар менән осрашыуҙар, Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам кисәләре ойошторолдо.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ күргәнде балалар күрмәһен Еңеүгә 65 йыл

    Атай, ярты йыл һуғышҡас, яраланып, госпиталдә ята. Аҙаҡ яңынан һуғышҡа оҙатыла, 1942 йылдың майында беҙҙең өйөбөҙгә «ҡара ҡағыҙ» килде. Әсәйебеҙ беҙҙе асҡа үлтермәҫ өсөн көндө төнгә ялғап эшләне. Миңә, ул ваҡытта 10 йәшлек малайға, колхоз эшенә егелергә тура килде – хужалыҡтың 450 баш һарығын ышанып тапшыр­ҙылар. Дүрт йыл көтөү көттөм. 1946 йылда тракторҙарға яғыулыҡ, һыу ташыным, төндә шул техниканы һаҡланым. Асыҡ яланда ямғыр яуһа, трактор аҫтында төн үткәрә инем. Көнөнә бер тапҡыр ғына ашарға бешерәләр, ә кисен үлән менән туҡлана торғайныҡ. Кискеһен әсәй өйгә ҡайта, унда, минән башҡа, биш бала көтә.
    Беҙҙең быуын бик ауыр ваҡытта үҫте. Әсәйебеҙ 63 йәшенә тиклем, үҙе вафат булғансы, атайыбыҙҙы көттө.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөрйән районы Еңеүгә 65 йыл

    Бөрйән районынан фронтҡа ике мең ике йөҙ кеше киткән. Шуларҙың алтмыш етеһенең генә исеме әлегә асыҡланмаған, ә башҡаларының исем-шәрифе алтын хәреф менән мәрмәр ташҡа яҙылды – стела Бөйөк Еңеү көнөндә асылды. Хәйер, барыһын да эҙмә-эҙлекле яҙғанда, районда 9 майға әҙерлек күптән башланғайны. «Һаумы, Еңеү яҙы!» тип исемләнгән концерт, патриотик шиғырҙар конкурсы, обелискыларға, һәйкәлдәргә гөлләмәләр һалыу, байрам концерттары һәм йыйылыштар, һәр һуғыш ветеранына, фронтовиктарҙың тол ҡалған ҡатындарына, тыл ветерандарына бүләктәр тапшырыу тантаналары бер нисә көн буйына дауам итте. Бар сараларҙың тупланмаһы Бөйөк Еңеү көнөндә сағылды, әлбиттә. Иртән сәғәт туғыҙҙа район үҙәге Иҫке Собханғолға бөтә ауылдарҙан вәкилдәр – һуғыш һәм тыл ветерандары, ветерандар советы рәйестәре йыйылды.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әбйәлил районы Еңеүгә 65 йыл

    Әбйәлил районының Асҡар ауылында ла байрам саралары 5 майҙа уҡ район крайҙы өйрәнеү музейында тыл ветерандарын хөрмәтләүҙән башланып киткәйне. Икенсе көнөнә бөтә район халҡы экологик өмәгә сыҡты, Аһылай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға обелиск булдырылды – «Бер кем, бер нәмә онотолмаған». Ә 7 май көнө район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов район мәҙәниәт йортонда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Әйткәндәй, һуғыш ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса республика программаһына ярашлы, Әбйәлилдә ете ветеран берәр миллион һум аҡса алды – уларҙың дүртәүһе фатирлы булды ла инде, ҡалған өсәүһе лә ошо көндәрҙә яңы йортҡа күсә.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru