Итексенең итеге булмаҫ, балтасының ишеге булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам әҙәбе
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • КҮҘ – МЕЙЕНЕҢ ТЫШҠЫ ЯҠҠА СЫҒАРЫЛҒАН ӨЛӨШӨ
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баймаҡ ҡалаһы Еңеүгә 65 йыл

    Баймаҡта Еңеү көнөнә арналған тантаналы митинг 9 Майҙа сәғәт 11-ҙә башланды. Район, ҡала хакимиәттәре башлыҡтары Р. Сәйетов һәм Х. Сөләймәнов билдәләүенсә, Баймаҡ районының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшөн, түккән көсөн, ҡорбандарын иҫәпләп бөткөһөҙ. Һуғышта 10 меңдән ашыу ир-ат, ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан, шуларҙың яртыһы тиерлек яу ҡырында ятып ҡалған. Әлеге көндә Баймаҡ районында 70 һуғыш, 1252 тыл ветераны имен-һау көн күрә.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атайымды һағынабыҙ, әсәйебеҙгә тыныс ҡартлыҡ теләйбеҙ Еңеүгә 65 йыл

    Еңеүҙең 65 йыллығы етеп килгәндә 1996 йылда һуғыш йәрәхәттәренән вафат булған яратҡан атайым – һуғыш ветераны, II төркөм һуғыш инвалиды Ғәбделбарый Әбделәхәт улы Хәмитовты иҫкә алам. Ә әсәйем Рабиға Әхмәткирәй ҡыҙы һуғыш ваҡытында тылда тырышып эшләгән. Әлеге көндә Көйөргәҙе районының Ҡалта ауылында яңғыҙы матур итеп донъя көтә.
    Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тракторын да йөрөткән, комбайнда ла эшләгән, тамағы – ашҡа, өҫтө кейемгә туймай, беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн барыһына ла түҙгән, тырышҡан әсәйем. Ә атайым шул дәһшәтле һуғыштың эсендә ҡайнап, бик ныҡ яраланып, иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ейәнсура районы Еңеүгә 65 йыл

    Был төбәк фронтҡа 7899 яугир оҙатҡан, шуларҙың 5167-һенә Еңеү көнөн күреү насип булмаған. Райондан алты Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Еңеү көнөндә Иҫәнғолда тантаналы митинг, Еңеү парады, ветерандарҙы тәбрикләү саралары уҙғарылды. Башҡа райондарҙағы кеүек, бында ла яугирҙарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса хәстәрлек күрелә, әлеге көнгә 10 ветеранға торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
    Йылдар уҙа, улар менән бергә уҙған дәһшәтле һуғыш шаһиттары, яугирҙар ҙа мәңгелеккә күсә бара. Хас та йырҙағыса, бөтмәҫ дандары ҡала...

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған! Еңеүгә 65 йыл

    Быйыл Бөйөк Еңеү айҡанлы Белорет металлургия комбинатында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәренә предприятие байрам алдынан, матди ярҙам күрһәтеүҙән тыш, сағыу байрам тамашаһын да әҙерләгәйне. Ул 8 май көнө Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған металлургтарға ҡуйылған стела янында завод гудогынан башланып китте. Был тауыш тиҫтәләрсә йыл дауамында эш сменаларының башланыуы һәм тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Илебеҙҙе фашистарҙан аяп алып ҡалған һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын ҡала һәм комбинат етәкселәре ҡотланы, стелаға сәскәләр һалынды. Бер минут тынлыҡтан һуң донъяны салют залптары яңғыратты – улар тыныс тормошта ла һуғыш ауазын онотмаҫҡа саҡырғандай тойолдо. Шунан һуң традиция буйынса Белорет металлургия комбинатының логотибы төшөрөлгән хәтер вымпелы һауаға осоролдо, тантанала ҡатнашыусыларға Георгий таҫмалары менән юбилей билдәләре, ҡотлау открыткалары тапшырылды.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеүгә тиңләшеү! Еңеүгә 65 йыл

    Еңеүгә тиңләшеү!Учалы ҡалаһында «Еңеүгә тиңләшеү!» тип аталған республика эстафетаһының зона этабы үтте. 1942 йылда илде марганец рудаһы менән төп тәьмин итеүселәр һаналған Украина менән Кавказ фронт һыҙығы артында тороп ҡала. Танкылар етештергәндә марганец рудаһын иретмәгә ҡушалар. Шуға ла 1942 – 1943 йылдарҙа Баймаҡ һәм Учалы райо­нындағы марганец ятҡылыҡтарын эшкәртә башларға юғарынан күрһәтмә ебәрелә. Әммә урындарҙа иң яҡшы белгестәр, репрессияға эләгеп, Себергә һөрөлгән була, шул иҫәптән Ураҙ ятҡылығын асҡан геолог та. Уны, лагерь тормошонан үлем сигенә еткән белгесте, саҡ эҙләп табып, кире ҡайтарыуға ирешәләр, һәм тиҙҙән Сталиндың бойороғо үтәлә башлай...
    Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында үткән «Еңеүгә тиңләшеү!» тип атал­ған республика эстафетаһының зона этабы мәлендә ошо тарихи ваҡиға иҫкә төштө.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир хәтирәләре Еңеүгә 65 йыл

    Фронтта саҡта Ишембай районының Тирмән Йылға ауылынан бик яҡын дуҫым бар ине – Әбделхаҡ Ғәйетҡолов. Үлеп ҡалды, бахыр.
    Был шулай булды. Латвия ерендә исемһеҙ бер йылға аша понтон күпере һалабыҙ. Саперҙар взводында инем мин ул саҡта. Дошмандың доттары йылғаның икенсе яғында ике йөҙ метр алыҫлыҡта. Шул доттар­ҙағы пулеметтарҙан бер туҡтауһыҙ аталар, күпер һалырға әмәл юҡ. Шул ваҡыт Әбделхаҡ взвод командиры янына килде лә:
    – Иптәш өлкән лейтенант! Немец доттарын юҡ итергә миңә рөхсәт итегеҙ, – тине.
    – Ярай, хәйерле юл, Ғәйетҡолов, – тине командир.
    Әбделхаҡ доттарға табан шыуыша башланы. Беҙ ҙә, уға ярҙам булһын тип, амбразураларға ҡарап автоматтан атабыҙ.

    авторы: admin | 10 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү яҙы Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Ҡәбәхәттәр илде тапанылар,
    Емерелде күпме ҡалалар.
    Ата-әсә хәстәренән яҙып,
    Етем ҡалды бала-сағалар.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән! Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән!Һеҙҙе бөтә халыҡ байрамы – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән ихлас ҡотлайым!
    Был сағыу яҙ көндәрендә бөтә донъя баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтеп, бөтә кешелектең киләсәген һаҡлап алып ҡалған ватандаштарыбыҙҙы иҫкә ала һәм тейешле хөрмәт-ихтирамын күрһәтә. Йылдар үткән һайын Ватаныбыҙ азатлығын һәм бөтә Ер йөҙөндә тыныслыҡты һаҡлап алып ҡалған халҡыбыҙҙың үлемһеҙ батырлығы тағы ла сағыулана һәм баҙыҡлана бара.
    Еңеүсе һалдат һәм тыл хеҙмәтсәненең яҡты образы, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт даны, матур традициялары, Тыуған илгә булған һөйөү миҫалы, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге – беҙҙең мәңгелек ҡаҙанышыбыҙ. Һәм беҙ азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ, ҡан ҡойошло яу яланында һәм тылда ауыр һынауҙарҙа рух ныҡлығы һәм түҙемлек күрһәтеп еңеп сыҡҡан һәм Бөйөк Еңеүҙе яулағандарға хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Улар емерек илде ҡайтанан аяҡҡа баҫтырҙы, уның төбәктәренең ҡеүәтен, матди һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалып, артабан үҫтерҙе, шул арҡала бөгөн дә беҙ Тыуған илебеҙ именлеген, оборонаға һәләтлеген һәм ҡеүәтен нығытыуға һәләтлебеҙ.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru