Бер эшлә, берәгәйле эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Интернет аша ла конференция үткәрергә мөмкин
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Дини белем кәрәк
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ил кимәлендәге парадта ҡатнашыу – оло ҡыуаныс Еңеүгә 65 йыл

    Ил кимәлендәге парадта  ҡатнашыу – оло ҡыуанысМәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам сараларында ҡатнашыу өсөн Башҡор­тостандан делегация баш ҡалаға юлланды. Тимер юл вокзалында дәртле көй яңғырай, ҡулдарына сәскә гөлләмәләре тотҡан, күкрәктәрен орден-миҙалдар биҙәгән ветерандарҙың йөҙҙәре ҡояштай балҡый. Ә МТС компанияһы уларҙың һәр береһенә кеҫә телефоны бүләк итте.
    Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сабир Йыһаншин белдереүенсә, 2005 йылда үткән бындай тантана юғары кимәлдә ойошторолоуы менән иҫтә ҡалған. Сабир ағай унда бик күп фронтташын ос­ратҡан. Мәскәүгә барып ҡайтыу яугир өсөн ҡыуаныс, әммә ул йылдан-йыл яуҙаштарының сафы һирәгәйә барыуына борсола.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғалимдарҙы иҫкә алып Еңеүгә 65 йыл

    Оло байрам алдынан күренекле ғалим, яҙыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Нур Зарипов менән Миҙхәт Ғәйнуллин йәшәгән йорттарға таҡтаташ ҡуйылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы һәм Әҙәби фонд (етәксеһе Марс Әхмәтшин) ойошторған был сарала ҡәләмдәш дуҫтары, шәкерттәре, туғандары күренекле шәхестәрҙе иҫкә алды, уларҙың изге рухы алдында баш эйҙе.
    – Данлы әҙәбиәт тарихында ла, фән өлкәһендә лә Нур Зарипов та, Миҙхәт Ғәйнуллин да иленә, халҡына тоғро һалдат булып тир түкте. Улар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары ғына түгел, ә ихлас күңелле, ярҙамсыл ағай-остаз, яҡты киләсәк өсөн намыҫлы хеҙмәтсән булараҡ та ҡәҙерле беҙгә, – тине халыҡ шағиры, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш ветерандарына бүләккә – китап Еңеүгә 65 йыл

    «Йәшел сауҡалыҡ» санаторийының Ял үҙәгендә һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы, БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте ҡатнашлығында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.
    Унда «Китап» нәшриәте ветерандарға 270 китап комплектын тапшырҙы.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙгә килгән хаттарҙан Еңеүгә 65 йыл

    ХБеҙгә килгән хаттарҙанөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре!
    Иҫән ҡалған яуҙаштарымды, Башҡортостандағы һуғыш ветерандарын Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы менән ҡотлау баҫтырһағыҙ ихлас ҡыуаныр инем!

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәхмәт һеҙгә, хәбәрселәр! Еңеүгә 65 йыл

    Рәхмәт һеҙгә, хәбәрселәр!Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яу яланындағы журналистар иңенә икеләтә йөк ятҡан. Ни тиһәң дә, улар фашистарға ҡаршы ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә көрәшкән. Яу яланынан журналистар ебәргән мәғлүмәттәр ул ваҡытта алтынға бәрәбәр булһа, хәбәрселәребеҙ йылдар буйы окоптарҙа, землянкаларҙа яҙған мәҡәләләр, хәтирәләр бөгөнгө көндә лә йотлоғоп уҡырлыҡ ижад өлгөләре булып һаҡлана.
    Беҙҙең оло йәштәге коллегаларыбыҙ – ветеран журналистар әле лә гәзит-журналдар, башҡа киң матбуғат саралары хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем аралаша. Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан республиканың ветеран журналистары хаҡында тулы мәғлүмәт йыйыу, уларҙы берләштереү, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеү буйынса ентекле эшләне. Ә инде 9 Май байрамы алдынан яугир ҡәләмдәштәребеҙ республиканың төрлө район-ҡалаларынан баш ҡалабыҙға йыйылды.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уларҙың йәштәргә әйтер һүҙе күп Еңеүгә 65 йыл

    Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығы халыҡ хәтерендәге дәһшәтле һуғыш йылдары тураһында хәтирәләрҙе ҡуҙғатты. Ветерандарыбыҙҙың беҙгә һөйләр иҫтәлектәре күп. Шуға күрә лә яу йылдарының михнәтен күргән кешеләр менән осрашыу хәтирәләр уртаҡлашыуға әүерелә. Дүртөйлө районында үткән ветерандар менән осрашыу кисәләре лә һәр кемдең күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
    5 майҙа Дүртөйлө мәҙәниәт һарайында үткән ветерандарҙы хөрмәтләү тантанаһы айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ булды. Ветерандарҙы ялан кухняһында бешерелгән аш-һыу менән һыйлау ойошторолдо.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡындарыңа, изге кешеләреңә, рәхмәт әйтергә ашыҡ! Еңеүгә 65 йыл

    Еҙнәйемә рәхмәт!
    Яҡындарыңа, изге кешеләреңә, рәхмәт әйтергә ашыҡ!Минең еҙнәм – Әхтәм Хәйбуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине.
    Күптән инде ул беҙҙең арала юҡ. Сталинград ҡалаһы өсөн һуғышта ҡатнашҡан, фронттан ҡайтҡас, Баймаҡ районының Таһир ауылында балалар уҡытты, мәктәп директоры булды. Орден-миҙалдары, Маҡтау грамоталары, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы – үҙе бер мәҡәлә яҙырлыҡ.
    Ғүмер буйы еҙнәмә, апайыма рәхмәтем ҙур булды. Тик Хоҙай ғүмерҙәрен аҙ бирҙе. Беҙгә, туғандарына, үрнәк булып матур, татыу йәшәнеләр.
    Егетемде күрһәтергә ауылға алып ҡайттым. Был 1975 йылда булды. Беҙҙең атай 1958 йылда үлеп ҡалды, «трудовой фронт»та булып, 3-сө төркөм инвалиды ине. Әсәй беҙҙе, дүрт баланы, аяҡҡа баҫтырҙы. Егетем әзербайжан милләте­­нән, Баҡынан. Әсәйем ҡаршы, бөткәнме, ти, башҡорт егеттәре.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    20 томлы «Тыл геройҙары» китабы сыҡты Еңеүгә 65 йыл

    20 томлы «Тыл геройҙары» китабы сыҡтыРеспубликала Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһындағы китаптар циклын сығарыу тамамланды. Тәүҙә 23 томлы «Хәтер» китабы донъя күрҙе – унда Башҡортостандан яу яланында башын һалған 323 мең яугир тураһында мәғлүмәттәр бар. Артынса 14 томда «Улар Еңеү менән ҡайтты» документаль серияһы баҫылып сыҡты. Китаптар циклын 20 томдағы «Тыл геройҙары» китабы тамамланы. Улар Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан магазин кәштәләренә сығып ятты.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru