Ҡол кеүек эшләһәң, хан кеүек йәшәрһең.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Ҡолаҡ һал!
  • «Паспортҡа йылдар ҡушығыҙ»
  • Күсәр
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ветерандарға – радионан бүләк Еңеүгә 65 йыл

    Ветерандарға – радионан бүләкБөйөк байрамға арналған акцияның тап ошо госпиталдә ойошторолоуы юҡҡа ғына түгел – был һаулыҡ нығытыу учреждениеһында бөтә республиканан йыйылған һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, Афғанстандағы, Чечен Республикаһындағы бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар дауалана. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллыҡ юбилейын үҙ йортоңда, туғандарың, яҡындарың янында ҡаршылауың мең артыҡ та бит, нимә эшләйһең инде – тормошта бөтәһе лә беҙ теләгәнсә генә бармай. Шуға ла матур байрамды госпиталдә ҡаршыларға мәжбүр булған олатай-өләсәйҙәр, интернациональ бурысын үтәгәндә һаулығы ҡаҡшаған егеттәр өсөн радио хеҙмәткәрҙәре килеп ойошторған мәрхәмәтлек акцияһы концерт ҡына түгел, уларға рухи байрам, күңел йылыһын бүләк итеү маҡсатын да ҡуйғайны.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Онотолмай ағай ярҙамы Еңеүгә 65 йыл

    Баймаҡ районының Һәмән ауылында 1911 йылдың 15 февралендә ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Туғыҙ йәштә генә атайһыҙ ҡалып, әсәһенә ярҙам итер өсөн, йәй һайын Таһир ауылының бер байына ялланып һарыҡ көтә. Бер көн Һаҡмар туғайы өҫтөнән, көтөүҙе өркөтөп, самолет осоп үтә. Тимер ҡош артынан, мине ултырт, тип күҙҙән юғалғансы йүгереп барған да, ҙурайғас, барыбер самолетҡа ултырасаҡмын, тип үҙенә маҡсат ҡуйған. Әмәлгә ҡалғандай, бер көн «Йылайыр» игенселәр совхозынан тракторсылар курсында уҡытыу өсөн малайҙар йыйырға киләләр. Ишетеп барһа, һин бәләкәйһең бит әле, тип, Ишдәүләт ағайҙы алмаҫҡа итәләр. Комиссиялағы үҙебеҙҙең ауыл кешеһе Ишмөхәмәт Йәнгилдин ағай, тел ярҙамы күрһәтеп, малай бик отҡор, тип исемлеккә индерә. Шулай итеп, ағайым 14 йәшендә генә ауылдан сығып китә.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙмыш ҡабатлана Еңеүгә 65 йыл

    Атайым фронтҡа киткәс, шунда уҡ Сталинград һуғышына эләккән. Ике тапҡыр йәрәхәтләнеп, икеһендә лә госпиталдә ятып сыҡҡан. Өсөнсө тапҡыр, аяғы йәрәхәтләнеп, госпиталдә ятҡанда фашистар уларҙы бомбаға тотҡан. Шул ваҡытта атайымдан өс хат килгән, һуңынан сәләмдәре килеүҙән туҡтаған.
    Мин егерме йыл элек атайымдың һуғышҡан ерҙәрендә булып ҡайттым. Сталинград һуғышы 144 көн дауам иткән. Мамай ҡурғанын алыу өсөн фашистар бик ныҡ һуғышҡан. Ул көнөнә 17-шәр тапҡыр берсә фашистар, берсә беҙҙекеләр яғына күскән, унда көндө төндән айырырлыҡ булмаған, сөнки Волга йылғаһына түгелгән нефть янып, бөтә күк йөҙөн ҡара төтөн ҡаплаған.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үлем уны ике тапҡыр урап үтә Еңеүгә 65 йыл

    Үлем уны ике тапҡыр урап үтәҺуғыш башланғас, йәш белгес, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап, район хәрби комиссариатына бер нисә тапҡыр бара һәм теләгенә ирешә. 1941 йылдың 27 июлендә Туймазы район хәрби комиссариатынан бер нисә ай ғына курс үткән шәфҡәт туташтары менән фронтҡа китә. Пулялар ямғыры аҫтында яралыларға беренсе ярҙам күрһәтәләр.
    – Бер ваҡыт Маша исемле ҡыҙ менән ауыр яралы һалдатҡа ярҙам күрһәткәндә беҙҙән алыҫ түгел снаряд төшөп шартланы. Яралыға тағы яралар өҫтәлде. Маша яраланды, ә минең береткамды мина ярсығы осороп ебәрҙе. Маша – бер, мин икенсе яҡҡа ауҙыҡ – ҡолаҡ шаулай. Был хәл бик оҙаҡ дауам итте. Яралылар менән Машаны ла оҙаттыҡ, – тип һөйләгәйне Шәрғиә апай.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларҙың ветерандарға бүләге Еңеүгә 65 йыл

    6 майҙа баш ҡалала Өфө районының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты тәрбиәләнеүселәре ветерандарҙы байрам менән ҡотланы. Әлеге көндә Өфө ололар һәм инвалидтар йорт-интернатында ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 34 тыл хеҙмәткәре йәшәй.
    Уҡыусылар ветерандар алдында Еңеү хөрмәтенә хәрби йырҙарҙы башҡарҙы һәм һалдат батырлыҡтары тураһында шиғырҙар һөйләне, иҫтәлеккә үҙҙәре төшөргән һүрәттәрҙе бүләк итте.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк еңеүгә 1 көн ҡалды Еңеүгә 65 йыл

    – Карлхорста (Берлин эргәһендә) фашистик Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла (00:16). Ҡул ҡуйғанда СССР, АҠШ, Бөйөк Британия һәм Франция вәкилдәре була.
    – СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 9 майҙы Еңеү көнө тип иғлан итеү тураһында указ сығара.
    – 1-се Украина фронты ғәскәрҙәре Дрезден ҡалаһын азат итә.
    – Югославия ғәскәрҙәре Загреб ҡалаһын азат итә.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бөйөк Ватан һуғышының төп операциялары, алыштары, һуғыштары Еңеүгә 65 йыл

    – Заполярье оборонаһы (1941 йылдың 29 июне – 1944 йылдың 1 ноябре)
    – Мәскәү өсөн алыш (1941 йылдың 30 сентябре – 1942 йылдың 20 апреле)
    – Ленинград ҡалаһының блокадаһы (1941 йылдың 8 сентябре – 1944 йылдың 27 ғинуары)
    – Ржев өсөн алыш (1942 йылдың 8 ғинуары – 1943 йылдың 31 марты)
    – Сталинград өсөн алыш (1942 йылдың 17 июле – 1943 йылдың 2 феврале)

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үлемһеҙлек яулаған Еңеүгә 65 йыл, Шиғырҙар

    Әйләнеп ҡайт, тип оҙаттыҡ,
    Ҡайтманың шул, атайым.
    Ошо кескәй йырғынамды
    Мин һиңә бағышлайым.

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru