Айға үрелгән - нурға күмелгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йондоҙнамә
» Йәмәғәт палатаһына ышаныс ҙур
» Ҡотлайбыҙ!
» «Йәшлек»те туғандай яҡын күрәм
» Төньяҡта хәлдәр нисек?
» Өс һөйләм менән



Ил күргәнде ул да күргән Еңеүгә 65 йыл

Ил күргәнде ул да күргәнИл күргәнде ул да күргән«БАЛА сағым Мәсетле районының Тайыш ауылында, уның матур тәбиғәте ҡосағында, эш яратҡан егәрле ауылдаштарым араһында үтте.
Беҙҙең бәхетһеҙлеккә ҡаршы, уйламағанда һуғыш башланды. Ауылдың йәш һәм йәшерәк ир-егеттәре армияға алынды. Шул сәбәпле беҙҙең уҡыуыбыҙ туҡталды (8-се синыфты тамамлағайныҡ), колхозда эшләргә кәрәк булды. Ул йылдарҙа ауылда йәштәр күп кенә ине.
Тиҙҙән беҙгә лә военкоматтан армияға алынырға повестка килде. Беҙ, 1925 йылда тыуған биш егет, Биктимер Ғарипов, Нуретдин Мөхәмәтшин, мин, Мөғәфә Хужин, Мөхтәбәр Мостафин, 1943 йылдың 10 февралендә ауылдан сығып киттек. Быҙаулыҡ тигән ҡалаға килдек. Бында 2-се Әстерхан хәрби-пехота училищеһы ойошторолған икән. Беҙ шул училищела хәрби белем алырға уҡый башланыҡ. Тәртип бик ҡаты булды.
авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Нюрнберг процесы шаһиты Еңеүгә 65 йыл

Нюрнберг процесы шаһитыҒҮМЕР тигәндәрең аҡҡан һыуҙай, тиеүҙәре дөрөҫ икән, – тип ҡуйҙы күпте күргән Әхәт ағай. – Аҡһын, әйҙә, тик тирә-яҡҡа үҙ шифаһын, ҡотон биреп аҡһын. Ғүмер заяға үтмәһен. Кеше ғүмере, үҙе ҡалдырған быуындарҙа һынау алып, дауам итә бит.
Ғинуар аҙаҡтарында үҙенең 85 йәшен тултырған Әхәт Ғәлим улының кәйефе күтәренке, күңеле тыныс бөгөн. Үткән ғүмер юлына әйләнеп ҡарай ҙа, эстән генә: «Бөтәһенә лә ризамын, ҡәҙерен белеп йәшәлә тормошта», – тип ҡуя һәм уйҙары менән алыҫ йәшлегенә ҡайта.
Әхәт Ибраһимовтың биографияһы үтә ҡатмарлы, һикәлтәле тормош баҫҡыстары аша үткән. Балалыҡ һәм йәшлек йылдары матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Ишәй ауылында үтә. Ата-әсәһе уны йәштән үк ололарҙы ихтирам итергә, эш һөйөргә, белемгә ынтылырға өйрәтә.
авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
«Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл» кроссворды Еңеүгә 65 йыл

«Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл» кроссворды1. 1418 көнгә һуҙылып, донъяны тетрәндергән фажиғә. 2. Ғәскәри берәмектәр етәкселеге. 3. Герой-ҡәлғә. 4. Герой-ҡала. 5. «Беҙ немец окоптарына бәреп ингәс – (...) тынды». Д. Юлтый. 6. Генерал-майор, Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры. 7. Өфө урамдарының береһе исемен йөрөткән Советтар Союзы Геройы, ҡаһарман сапер. 8. Яугир-яҙыусы И. Абдуллин тамамлаған хәрби курс. 9. Армия генералы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы. 10. Һаҡланыу соҡоро. 11. Бойороҡ, әмер. 12 Рейхстагҡа ҡыҙыл байраҡ элеүсе Мишкә егете. 13. Транспорт маркаһы. 14. Осоусы Бәләбәй һылыуы, Советтар Союзы Геройы. 15. Һуғыш барышында 200-ләп яугир уны үҙ кәүҙәһе менән тонсоҡтора. 16. Самолет майҙаны. 17. Данлыҡлы партизан. 18. Нацистар хөкөм ителгән халыҡ-ара хәрби трибунал ҡалаһы.
авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Бөйөк Еңеүгә – 65 йыл Еңеүгә 65 йыл

1. Данлыҡлы «Изге һуғыш» («Священная война») тигән йырҙың һүҙҙәрен кем яҙған?
а) Ошанин, б) Шведов, в) Лебедев-Кумач, г) Матусовский.
2. Ҡыҙыл майҙанда 1945 йылдың 24 июнендә үткән Еңеү парады менән кем командалыҡ иткән?
а) Жуков, б) Рокоссовский, в) Ворошилов, г) Василевский.
3. Легендар Йәшәү юлында (Дорога жизни) блокадала һәләк булған балаларға ҡуйылған һәйкәл нисек атала?
а) «Йөрәк хәтере» («Память сердца»), б) «Тормош башланғысы» («Росток жизни»), в) «Тормош сәскәһе» («Цветок жизни»), г) «Әсәнең күҙ йәштәре» («Материнские слезы»).
авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Ҡәҙерле олатайым! Һиңә алыҫ киләсәктән ейәнсәрең яҙа Еңеүгә 65 йыл

ләгән көндәрҙә һеҙгә яугир олатайым хаҡында һөйләгем килә. Ул, Әхмәт Иштуғанов, мәңге беҙҙең хәтерҙә, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Аяуһыҙ һуғыш Советтар Союзының һәр кешеһе, һәр ғаиләһе яҙмышында үҙ эҙен ҡалдырған. Шуның өсөн 9 Май – Еңеү көнө – ғаилә байрамы булараҡ та билдәләнә.
Олатайым Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарламанбаш ауылында дини ғаиләлә тыуған. Фронтҡа киткәндә инде биш балалы атай, 33 йәшлек ир-егет була. Ғаиләһе менән бер нисә йыл Төркмәнстанда йәшәргә лә өлгөрә. Ошонда уҡ электрик һөнәрен үҙләштерә. 1941 йылдың 13 авгусында башлана олатайымдың яу юлы. Тыуған илен төньяҡ сиктә – Мурманск өлкәһендә, 12-се полк составында һаҡлай. Тәүҙә пулеметсы, унан радист-элемтәсе булып, 1944 йылға тиклем фронтта фашистарға ҡаршы алыша.
авторы: admin | 6 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Утты, һыуҙы кискән ветеран Еңеүгә 65 йыл

Утты, һыуҙы кискән ветеранӘхмәтсәғит олатай Ибраһим йәйләүендә 1921 йылдың авгусында Хәлимә һәм Ҡотләхмәт Нурбулатовтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә.
Уның тормош юлының башы шул заман кешеләренекенән айырылмай кеүек: аслыҡ, репрессия, ћуғыш. Быларҙың барыћы ла шул осор кешеләренең яҙмышына ҡырҡа үҙгәрештәр индерә.
– 1930 йылда атайымды, кулак тип, төрмәгә ябып, беҙҙе лә ћөргөнгә ебәрәбеҙ тип, Аҡъярға килтереп, бер аҙна тоттолар. Тикшереүҙәр үткәргәс, кире ҡайтарҙылар. Ҡайтарҙылар, тићәм дә, ҡайтып инер өйөбөҙ юҡ. Атайҙы ҡулға алғас та, бөтә мал-тыуарыбыҙҙы тартып алып, өйөбөҙҙән ҡыуып сығарғайнылар. 1940 йылға тиклем ҡайҙа етте, шунда йәшәп йөрөнөк. Мин ауыл малдарын көттөм. Шартлы рәүештә биш йылға хөкөм ителеп ҡайтҡан атайым 1934 йылда Ҡыуандыҡ районында һал ағыҙғанда бүрәнә аҫтына инеп китеп, һыуыҡ тейҙереп, ауырып үлеп ҡалды. Уның менән барған ағайым менән ҡайтып киттек, – тип ћөйләне олатай, бала саҡ хәтирәләрен иҫкә төшөрөп.
авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Ҡәҙерле ҡартатайым Еңеүгә 65 йыл

Беҙҙең ғаилә альбомының иң ҡәҙерле урынында иғтибарҙы йәлеп иткән бер фоторәсем бар. Унан бик етди ҡиәфәтле ир-уҙаман ҡарап тора. Ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, тыуған иленә тоғро хеҙмәт иткән Мөхитдин Шәһәрғәзе улы Рафиҡов.
Мин ҡартатайымдың фоторәсеменә ҡарайым да ундағы һыҙаттарҙы үҙемдә лә эҙләйем. Ниҙәр уйлағанын, кисергәнен белергә теләгәндәй, шул ваҡыттағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырам...
Мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы ун ете йәшлек егет, ниһайәт, үҙенең күптәнге теләгенә ирешә: уны һуғышҡа алалар. Башҡа ир-егеттәр кеүек, тыуған ил алдында ант биреп, ҡулына ҡорал алып, дошманды юҡ итер өсөн фронтҡа юл тота...
авторы: admin | 1 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru